ГУТОРОВ Юлий Андреевич (21.11.1933, Тула ҡ.), инженер-физик. Техник ф. д‑ры (1994). СССР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1978), СССР-ҙың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1983). Ленинград политехник ин-тын тамамлағандан һуң (1958) Октябрьский ҡ. эшләй: “ВНИИГИС” ҒПП ААЙ‑нда өлк. ғилми хеҙм‑р, 1981 й. алып лаб. мөдире, 1986 й. — бүлек мөдире, 1999—2001 йй. төп ғилми хеҙм‑р, алып бер үк ваҡытта 1998 й. башлап  ӨДНТУ-ның Октябрьский филиалында матем. һәм тәбиғәт фәндрене мәғлүмәт технологиялары каф. мөдире, 2001 й. алып геология-геофизика пр-тиеларының “Геоинформтехнология” ғилми-техник һәм мәғлүмәти хеҙмәттәшлеге ассоциацияһының ген. директоры. Фәнни хеҙмәттәре геоэкология, нефть һәм газ сығарыуҙағы технологик процестарҙы теркәй барыу һәм мәғлүмәттәрен тикшереп тороу м-н бәйле.  Г. етәкс. таҫма киҫәкле акустик каротаж технологияһы уйлап табыла, нефть һәм газ скважиналарының техник торошон тикшереп һәм баһалап тороу алымдарының геофизик комплексы төҙөлә, гео‑ физик аппараттарҙың төрлө төрҙәре (АКЦ‑НВ‑48, АКЦ‑А, АШИМ‑36) һ.б. эшләнә; асыштары БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында ин‑ дерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы.                   

Хеҙм.: Особенности технологии строительства, исследования и эксплуатации боковых и горизонтальных стволов в нефтегазовых скважинах. Уфа, 2010; Проблемы комплексной автоматизации технологии разработки нефтяных месторождений на основе современных информационно-коммуникационных систем управления. Уфа, 2010; Нетрадиционный взгляд на проблему происхождения месторождений углеводородов в Земной Коре. Уфа, 2011.

А.Х.Ғәбйәлилова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика