ГУСЕВ Юрий Матвеевич (17.4.1937, Өфө), инженер-электрик. Техник ф. д-ры (1980), проф. (1981). РФ-тың (1993) һәм БАССР-ҙың (1982) атҡ. фән эшмәкәре. Ленинград политехник ин-тын тамамлағандан һуң (1960) 1962 й. тиклем “Башкирэнерго” район энергетика идаралығында, бер үк ваҡытта (өҙөклөк м‑н) ӨДАТУ‑ла эшләй: 1968—2005 йй. сәнәғәт электроникаһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1971—74 йй. электромеханика ф-ты деканы; 1984 й. алып “Вихрь” ғилми конструкторлыҡ-технология бюроһы ФДУП‑ында дир. — баш конструктор, 2008—13 йй. — фән һәм үҫеш стратегияһы б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре осоу аппараттары һәм энергетика комплекстары м-н автоматик рәүештә идара итеү системаларын уйлап табыуға арналған. Г. етәкс. иҫәпләп сығарыу һәм идара итеү системаларының архитектураһы эшләнә, ҡатмарлы техник объекттарҙы экологик мониторингылау һәм улар м-н идара итеү мәсьәләләренең сығарылыштары алгоритм һәм программалар м-н тәьмин ителгән. Асыштары БР-ҙың һәм РФ-тың башҡа төбәктәренең пр-тиеларына индерелгән. 500-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 200-ләп уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Электронные промышленные устройства. М., 1988 (авторҙ.); Разработка и проектирование тиристорных источников питания. М., 1994 (авторҙ.); Электроника и микропроцессорная техника. 6-е изд., стер. М., 2013 (авторҙ.).

А.А.Шуляк

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика