ГУСЕВ Владимир Георгиевич (30.12.1942, Өфө), инженер-электромеханик. Техник ф. д-ры (1987), проф. (1988). РФ-тың (2002) һәм БР-ҙың (1991) атҡ. фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1983). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ эшләй (1991—2008 йй. мәғлүмәт-үлсәү техникаһы каф. мөдире), 2001—12 йй. — БДМУ-ла. Фәнни эшмәкәрлеге автоматикаға, телеметрияға, медицинала ҡулланылған диагностика сараларын һәм физиотерапия өсөн ҡулайламалар уйлап табыуға арналған. Г. магнитлы‑электронлы компоненттар һәм мәғлүмәт үҙгәрткестәре теорияһы һәм уларҙы проектлау нигеҙҙәрен уйлап таба; өйөрөлөүсе объекттарҙың (атап әйткәндә, газ турбиналы двигателдәр роторҙарының) параметрҙарын үлсәү, гальваник процестарҙы автоматлаштырыу һәм уларҙы күҙәтеү техник сараларын; рефлексотерапия ваҡытында кеше организмының локаль зоналарының торошон билдәләү приборҙарын эшләй. Улар БР-ҙың һәм РФ-тың башҡа төбәктәренең авиация сәнәғәте пр-тиеларында индерелгән. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 170 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Электроника. 2-е изд., перераб. и доп. М., 1991 (авторҙ.); Методы построения точных электронных устройств. 2-е изд., испр. и доп. Уфа, 2010 (авторҙ.); Электроника и микропроцессорная техника. 6-е изд., стер. М., 2013 (авторҙ.).

В.М.Сапельников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика