ҒҮМӘРОВ Наил Әсғәт улы (18.1.1960, Өфө), механик, математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1992). Ә.Ғ.Ғүмәровтың улы. МДУ-ны тамамлағандан һуң (1981) 1983 й. тиклем СССР ФА БФ-та, 1987 й. алып  СССР ФА Себер бүлексәһе Төмән фәнни үҙәгенең Себерҙе үҙләштереү проблемалары ин-тында, 1990 й. – РФА‑ның Себер бүлексәһе Күп фазалы системалар механикаһы ин‑тында (Төмән ҡ.) эшләй, бер үк ваҡытта 1987—90 йй. Төмән ун-тында уҡыта. 1993 й. башлап ИПТЭР‑ҙың баш ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 1996 й. БДУ проф. һәм 2011 й. алып проф.‑консультанты, Дисперслы системаларҙың микро- һәм наномасштаблы динамикаһы үҙәге лаб. ғилми етәксеһе; бер үк ваҡытта 1993 й. башлап АҠШ-та: Массачусетс штаты ун-тында (Бостон ҡ.), 1994 й. алып “Arthur D. Little, Inc.” компанияһы (Кембридж ҡ.), 1996 й. — “Dynaflow, Inc.” компанияһы (Фултон ҡ.) хеҙм‑ре, 2000 й. — Мэриленд штаты ун‑ты Алдынғы компьютер тикшеренеүҙәре ин‑тының тикшеренеүсе‑проф. (Колледж Парк ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге күп фазалы системаларҙың динамикаһы, акустика, асимптотик һәм һанса ысулдар, ш. уҡ юғары етештереүсәнлекле иҫәпләүҙәр м‑н бәйле. Мультимайҙандарҙың етеҙ алымы һәм фәнни иҫәпләүҙәр өсөн график процессорҙарҙы файҙаланыу өлкәһе б‑са яҙылған хеҙмәттәр авторы. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “The Journal of the Acoustical Society of America” ж. мөхәррирҙәре берекмәһенә инә (2009 й. алып).

Х е ҙ м.: Fast Multipole Methods for the Helmholtz Equation in Three Dimensions. Oxford, 2005 (авторҙ.).

Л.П.Худякова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика