ҒҮМӘРОВ Әсғәт Ғәлимйән улы (15.8.1937, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р-ны Иҫке Байыш а.), инженер-механик. БР ФА акад. (1991), техник ф. д-ры (1984), проф. (1986). РФ‑тың (1997) һәм БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән эшмәкәре, РФ-тың Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976), РФ-тың Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2002), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1980). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1958) ИПТЭР‑ҙа эшләй: 1978 й. алып дир., 2001 й. — ген. дир., бер үк ваҡытта 1991—2011 йй. БР ФА‑ның вице-президенты, 1993—96 йй. РФА Өфө ФҮ‑нең рәйес урынбаҫары, 1999—2004 йй. ӨДНТУ‑ның газ һәм нефть үткәргестәр, газ һәм нефть һаҡлағыстар һәм нефть базалары төҙөү каф. мөдире, 2005—07 йй. БР ФА‑ның Үткәргес торба транспорты гидравликаһы үҙәге директоры. Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торба транспорты системаларының ышаныслы һәм хәүефһеҙ булыуын тәьмин итеү проблемаларына арналған. Яғыулыҡ-энергетика комплексы объекттарын файҙаланғанда шартлау энергияһын ҡулланыу б‑са фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. Ғ. етәкс. һәм ҡатнашлығында магистраль нефть үткәргес объекттарын тиҙ сафҡа баҫтырыу технологиялары уйлап табыла һәм производствоға индерелә; Вьетнамда, Ираҡта, Сүриәлә һәм Кубала ятҡылыҡтарҙы үҙләштергәндә һәм файҙаланғанда реологик яҡтан ҡатмарлы нефттәрҙе йыйыу һәм күсереү проблемалары хәл ителә. 800‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 145 уйлап табыу авторы.  БР‑ҙың Йәмәғәт палатаһы рәйесе (2009 й. алып).  “БашҡортостанҺиндостан” дуҫлыҡ йәмғиәте президенты (1992 й. алып), “СССР— Һиндостан” (1985—91 йй.) һәм “Рәсәй —Һиндостан” (1992 й. алып) дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәте вице-президенты һ.б. БР ЮС-ының 12‑се саҡырылыш депутаты. СССР МС‑ы пр. (1983), РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. (2004), И.М.Губкин ис. пр. (1976, 1981, 2002), “Газпром” ААЙ‑ның фән һәм техника өлкәһендәге пр. (2010)  лауреаты. “Почёт Билдәһе” (1971), Халыҡтар дуҫлығы (2004) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Реконструкция линейной части магистральных нефтепроводов. М., 2003 (авторҙ.); Защита трубопроводов от коррозии. В 2 т. Т.2. СПб., 2007 (авторҙ.), (Серия: Сооружение трубопроводов); Утилизация нефтяного попутного газа на промыслах. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Л.П.Худякова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика