ГУБИН Виктор Евдокимович (17.3.1919, Амур өлк. Александровское а. – 3.9.1996, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1973), проф. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1969), СССР-ҙың нефть сәнәғәте  отличнигы (1969). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин-тын тамамлаған (1948). 1952—96 йй. (өҙөклөк м‑н) ӨДНТУ‑ла эшләй: 1952—58 йй. нефтте һәм газды күсереү һәм һаҡлау каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1952 й. алып нефтемеханика ф-ты деканы, 1953 й. — уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эш б‑са дир. урынбаҫары, 1954 й. — дир., 1961—64 йй. — ректор, 1977 й. һыу м-н тәьмин итеү һәм канализация каф. мөдире, 1986 й. лаб. мөдире һәм бер үк ваҡытта 1991 й. тиклем “Аква-Био” пр‑тиеһы (Өфө) директоры. 1965—77 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ин‑ты ҒТИ‑нда: дир., 1976 й. алып лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть һәм нефть продукттарын үткәргес торба транспорты ярҙамында күсереүгә бәйле. Г. нефттең реологик үҙенсәлектәре һәм уны күсереү технологияларының үҙ-ара бәйләнешлелегенең теоретик нигеҙҙәрен эшләй, нефтте һурҙырып бушатҡанда уның ҡуйылыҡ үҙенсәлектәре м-н идара итеүҙең технологик принциптарын нигеҙләй. Г. етәкс. илдә тәүге ДН-1 депрессаторы төҙөлә, сәнәғәт ағынты һыуҙарын ауыр металл иондарынан биохимик юл м‑н таҙартыу ысулы уйлап табыла. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 36 уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м-н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Типовые расчёты при проектировании и эксплуатации нефтебаз и нефтепроводов. М., 1968 (авторҙ.); Трубопроводный транспорт нефти и нефтепродуктов. М., 1982 (авторҙ.).

Р.К.Напольская

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика