ЕР ТОҠОМОН ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, инженерлыҡ геологияһының ер тоҡомон бина һәм ҡоролма фундаменттарының нигеҙе сифатында, ер өҫтөндәге ҡоролмаларҙы төҙөгәндә материал, техник мелиорация объекты, минераль төҙөлөш материалдарын сығарыу өсөн сеймал, ҙур ҡалалар һәм сәнәғәт комплекстарының ер аҫты арауыҡтарын үҙләштергәндә һыйҙырыу мөхите итеп файҙаланыу маҡсатында уларҙың составын, төҙөлөшөн һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе тармағы. Дөйөм, ер тоҡомон техник мелиорациялау һәм урындағы Е.т.ө.ғ. бүленә. Ер тоҡомон комплекслы өйрәнеү уларҙың физик, химик һәм механик үҙенсәлектәрен ялан шарттарында башҡарылған һәм лаб. ысулдар м-н тикшереүҙе үҙ эсенә ала. Ер тоҡомон төҙөлөш ихтыяждарында файҙаланыу өсөн систематик эҙләнеүҙәрҙе БР-ҙа 20 б. 30-сы йй. Башҡортостан район геологоразведка идаралығы (ҡара: “Башкиргеология”) башлап ебәрә. 60‑сы йй. алып ер тоҡомдарының урындағы үҙенсәлектәре м-н бәйле мәсьәләләрҙе (карст, ишелмәләр, һыуыҡтан ҡабарыу, һыу баҫыу һ.б.) хәл итеү йүнәлешендәге тикшеренеүҙәр үҫеш ала. Респ. торлаҡ һәм сәнәғәт төҙөлөшөнөң интенсив үҫешенә бәйле, ер тоҡомдарының физик-химик үҙенсәлектәре “Инженерлыҡ-төҙөлөш эҙләнеүҙәрҙең Көнбайыш Урал тресы” ЯАЙ‑нда (Өфө; В.И.Мартин, А.И.Травкин, К.Н.Струев), “Архстройизыскания” ЯСЙ-нда (Өфө; В.Г.Камалов, О.А.Юзвенко) өйрәнелә. БР-ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин-тында (ҡара: Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө институты) ер тоҡомдарын комплекслы өйрәнеү, ш. иҫ. ер тоҡомдарын техник мелиорациялау һәм инженерлыҡ-төҙөлөш маҡсатында карсты өйрәнеү ғилеме мәсьәләләре (Э.И.Мөлөков), авария хәлендәге бина һәм ҡоролма нигеҙҙәренең тупрағын нығытыу мәсьәләләре б‑са (Ф.Е.Волков) тикшереүҙәр үткәрелә. БР ер тоҡомдары өсөн свайҙарҙың төрлө төрҙәре (А.Л.Готман, Н.З.Готман), ер тоҡомдарын зонд менән эшкәртеүҙең статик ысулы (Г.С.Колесник, И.Б.Рыжков) эшләнә. Карстланған территорияларҙа төҙөлөш алып барған саҡта махсус тикшеренеүҙәр комплексы башҡарыла (Мартин, Травкин). Ҡаланың төҙөлөш тамамланған терр‑яларын һыу баҫыуҙы “Геодинамика” ЯСЙ прогнозлай (Өфө, Н.А.Савичев). Өфөлә карстланған һәм ишелмә территорияларҙа (ш. иҫ. ер аҫты һыуҙары кимәле юғары булған) Е.т.ө.ғ. өлкәһендәге фәнни ҡаҙаныштарҙы иҫәпкә алып, уникаль биналар төҙөлә (Башҡорт драма театры, Конгресс-холл, ИКЕА, ТЭЦ-5 корпустары һ.б.).

    Әҙәб.: Мулюков Э.И. Карстовый процесс и строительное освоение закарстованных территорий  Республики  Башкортостан //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 1999. Т.4. №3; Грунтоведение. 6-е изд., перераб. и доп. М., 2005.

А.Л.Готман, Э.И.Мөлөков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика