ГРИБАНОВ Евгений Никитич (21.6.1895, Омск ҡ. — 20.3.1941, Өфө), физик. Проф. (1932). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1918) Красноярск ҡ. эшләй. 1923 й. башлап Өфөлә: К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында (1934—39 йй. физика‑матем. ф‑ты деканы), бер үк ваҡытта Өфө физика ин‑тында һәм БДМИ‑ла (1932 й. алып физика каф. мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге электроника, тәбиғи мөхиттәрҙең радиоактивлығы өлкәһендәге тикшеренеүҙәр м‑н бәйле. Г. металл өҫтөнән электрондарҙың сығыу эшен билдәләү ысулын, һыулы-нефтле эмульсияларҙы һыуҙан таҙартыу өсөн үтә юғары йышлыҡлы тирбәлеүҙәрҙе файҙаланыуҙы тәҡдим итә, нефттә парафиндарҙың окисланыуы процесына үтә ҡыҫҡа тулҡынлы нурланыштың тәьҫирен тикшерә, Урал аръяғы кварцтарының пьезоэлектрик үҙенсәлектәрен өйрәнә. Башҡорт телендәге радиотехника дәреслеге авторы (1934).

Әҙәб.: Ергин Ю.В. Уфимский физический институт (1919—1937). 2‑е изд., доп. Уфа, 2006.

Ю.В.Ергин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика