ГРАФ ТЕОРИЯҺЫ, математиканың мәғлүмәт моделдәренең һәм идара итеү системаларының структураһын һәм геом. үҙенсәнлектәрен өйрәнгән бүлеге. Төп төшөнсә — граф — түбәләр һәм ҡабырғалар күмәклеге м‑н бирелә һәм хәҙ. тәбиғәт белеменең, теоретик программалаштырыуҙың, мәғлүмәт системаларын анализлауҙың төрлө мәсьәләләре өсөн уңайлы интерпретация булып тора. Башҡортостанда Г.т. ғәмәли математикала һәм математик модель әҙерләүҙә киң үҫеш ала. 20 б. 70‑се йй. аҙағынан Нефть техник университетында һәм Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында молекулалар дизайны һәм бирелгән үҙенсәлектәргә эйә ҡатмарлы органик молекулаларҙы машина ярҙамында синтезлау мәсьәләләрен теоретик-графлы интерпретациялау проблемалары өйрәнелә (Л.А.Тюрина), 80‑се йй. алып Башҡорт дәүләт университетында һәм Нефтехимия һәм катализ институтында ҡатмарлы химик реакциялар кинетикаһының һәм термодинамикаһының матем. моделен әҙерләү мәсьәләләре тикшерелә (С.И.Спивак). Авиация техник университетында 90‑сы йй. уртаһынан теоретик-графлы интерпретациялау нигеҙендә деталдәрҙе оптималь урынлаштырыу юлдарын төҙөү ысулдары өйрәнелә (Е.М.Бронштейн, Э.А.Мухачёва һ.б.).

Әҙәб.: Машинный поиск химических препаратов с заданными свойствами. Ч.Ш.Кадыров [и др.] Ташкент, 1989.

С.И.Спивак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика