ГОТМАН Наталья Залмановна (19.6.1954, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1976) Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында эшләй: 1991 й. алып өлкән, 1994 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2004 й. — лаб. мөдире, 2011 й. — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1987—88 йй. БАХИ‑ла һәм 1993—2011 йй. — ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы инженер-геол. шарттарҙа фундамент конструкцияларын проектлау һәм уларҙың материал сығымдарын кәметеү м‑н бәйле. Тикшеренеү һөҙөмтәләре карстланған терр‑яларҙа эҙләнеүҙәр үткәреү, биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы проектлау, төҙөү һәм файҙаланыу б‑са (1984), БР шарттарында төҙөлөш өсөн свайлы фундаменттар проектлау б‑са (2005) инструкцияларға индерелгән. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Расчёт противокарстовых фундаментов зданий и сооружений //Основания, фундаменты и механика грунтов. 2008. №1.

И.Б.Рыжков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика