ГОТМАН Альфред Леонидович (2.10.1947, Томск ҡ.), инженер-төҙөүсе.  Техн. ф. д-ры (1995), проф. (2008). БР-ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1997), РФ-тың почётлы төҙөүсеһе (2007). ӨНИ-не тамамлаған (1976). 1972 й. алып  БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында эшләй: 1993 й. алып лаб. мөдире, 1993 й. бүлек мөдире, 2003 й. — ғилми эш б‑са дир. урынбаҫары — баш инженер; 2001 й. алып бер үк ваҡытта ӨДНТУ уҡытыусыһы. Ғилми тикшеренеүҙәре ер тоҡомдары механикаһы һәм фундаменттар төҙөү проблемалары м-н бәйле. Г. свайлы фундаменттарҙың һәм ер аҫты ҡоролмаларының күтәреү һәләтлеген иҫәпләп сығарыу ысулдарын, ишелмәләргә ҡаршы торорлоҡ свайҙар конструкцияһын, БР шарттарында уларҙы проектлау нормаларын һәм ҡағиҙәләрен эшләй. Г. етәкс. Башҡорт филармонияһы, Башҡорт драма театры, Милли музей, Опера һәм балет театры, Өфө т. юл вокзалы һ.б. биналарҙы реконструкциялау  проекттарын эшләү мәсьәләләре хәл ителә, ТЭЦ-5 корпусының, Конгресс-холл бинаһының, “ИКЕА”, “Касторама” сауҙа комплекстары биналарының һ.б. фундаменттары (бөтәһе лә Өфөлә) проектлана. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы. БР-ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (2008).

Хеҙм.:  Взаимодействие сооружений с грунтом и свайные основания. Одесса, 2004 (авторҙ.).

Ю.М.Шеменков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика