ГОРЮНОВ Иван Михайлович (18.1.1952, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2007). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1974) ӨМЭЗ эргәһендәге тәжрибә‑конструкторлыҡ бюроһында эшләй. 1978 й. алып ӨДАТУ-ла. Фәнни эшмәкәрлеге авиация һәм двигателдәр төҙөүҙәге проект-конструкторлыҡ эштәрен автоматлаштырыуға арналған. Г. йылылыҡ, энергетик һәм берләштерелгән ҡоролмаларҙың (DVIGwT) математик моделен әҙерләү, газ турбиналы двигателдәрҙе (DVIGw) термо-газ-динамик алымдар м-н моделләштереү һ.б. системаларын уйлап таба. Асыштары БР-ҙың һәм РФ-тың башҡа төбәктәренең авиация сәнәғәте пр-тиеларында индерелгән. 90-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Теория, расчёт и проектирование авиационных двигателей и энергетических установок. В 3 кн. Кн.3. Основные проблемы: начальный уровень проектирования, газодинамическая доводка, специальные характеристики и конверсия авиационных ГТД. М., 2005 (авторҙ.).

Д.А.Әхмәтйәнов

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика