ГОЛИЧЕВ Иосиф Иосифович (18.10.1941, БАССР-ҙың Благовещен ҡ.), математик. Физика-матем. ф. д-ры (1996). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ уҡыта. 1971 й. алып Иҫәпләү үҙәге булған Математика ин-тында (1997 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р); бер үк ваҡытта 1971—74 йй. — БДУ, 1978—83 йй. һәм 1994 й. – ӨДАТУ һәм 1998 й. РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс ун‑тының Өфө филиалында уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре ғәмәли математика проблемаларына арналған. Г. бүлендектең сығарылмаһы көслө һыҙыҡһыҙ булған дифференциаль тигеҙләмәләрҙе сисеүҙең итерацион ысулдарын, инвестицион планлаштырыу ваҡытында хәүефте һәм билдәһеҙлекте оптимизациялау алымдарын эшләй. 85-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Решение некоторых задач для параболических уравнений методом последовательных приближений. Уфа, 1989; Теоретические основы разработки технологии налогового контроля и управления. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Ю.З.Шәйғәрҙанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика