ГЛАДКИХ Ирина Фаат ҡыҙы (13.6.1954, Омск ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д-ры (2005). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй. 1983 й. алып өлк. ғилми хеҙм‑р, 1987 й. — ИПТЭР‑ҙа лаб. мөдире. 1993 й. алып “Поиск” ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Өфө технология б‑са дир., бер үк ваҡытта 2005 й. алып ӨДАТУ-ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре үткәргес торбаларҙы коррозиянан һаҡлауға м-н бәйле. Г. ҡатнашлығында изоляция материалдары һәм ер аҫты ҡоролмаларына япма һөртөү технологиялары уйлап табыла. Г. ҡатнашлығында эшләнгән “Асмол” коррозиянан һаҡлау материалы Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводында  етештерелә һәм магистраль газ торбалар, нефть үткәргестәрҙе һ.б. изоляциялау өсөн ҡулланыла. 70-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Безопасность трубопроводов при длительной эксплуатации. Челябинск, 2003 (авторҙ.); Асмол и новые изоляционные материалы для подземных трубопроводов. М., 2005 (авторҙ.); Неметаллические материалы и покрытия в противокоррозионной технике. СПб., 2008 (авторҙ.).

К.М.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика