ҒИМРАНОВ Эрнст Ғайса улы (22.11.1939, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1990), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1992). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ эшләй (1988—95 йй. авиация двигателдәре ф-ты деканы). Фәнни тикшеренеүҙәре ғәмәли газ динамикаһы һәм осоусы аппарат двигателдәренең гидрогаз автоматикаһы мәсьәләләренә, техник системалар м-н идара итеүгә арналған. Ғ. етәкс. осоусы аппараттар һәм энергетика ҡулайламалары двигателдәре каналдарында үҫешкән сик буйы ҡатламлы тауыштан шәберәк үҙле ағымдарҙы тотҡарлау процестары теорияһы уйлап табыла. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Расчёт динамических параметров и анализ частотных характеристик быстродействующего гидропривода.  Уфа,  2004  (авторҙ.); Нестационарные гидрогазодинамические  эффекты  в системах  гидравлических  и пневматических  приводов. Уфа, 2008   (авторҙ.).

А.М.Русак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика