ҒИМАЛЕТДИНОВ Ильяс Ҡадир улы (20.5.1973, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Ҡайынлыҡ а.), механик. БР ФА проф. (2016), физика-матем. ф. д‑ры (2007), проф. (2009). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1995) шунда уҡ эшләй. 2000 й. алып БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында: 2001 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2007 й. — ғәмәли математика һәм механика каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре күп фазалы системалар механикаһына арналған. Ғ. эсендә янар газ ҡыуыҡсалары булған шыйыҡлыҡтарҙағы тулҡындарҙың амплитудаһын көсәйтеү механизмдарын өйрәнә һәм асыҡлай. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Распространение детонационных волн вдоль трубчатого пузырькового кластера, находящегося в жидкости //Доклады Академии наук. 2005. Т.403. №4 (авторҙ.); Волны давления в трубе, заполненной пузырьковой смесью с неоднородным распределением по сечению //Известия Российской академии наук. Механика жидкости и газа. 2006. №3 (авторҙ.).

В.Ш.Шаһапов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика