ГИДРАВЛИК ДВИГАТЕЛЬ, шыйыҡлыҡ ағымының энергияһын сығыш быуынының (вал йәки шток) механик энергияһына әүерелдереүсе машина. Эшләү принцибы б‑са динамик (гидротурбиналар) һәм күләмле (гидромоторҙар, гидроцилиндрҙар) Г.д. айырыла. Гидротурбина — шыйыҡлыҡ ағымы ярҙамында әйләндерелә торған көрәксәле машина. Шыйыҡлыҡ ағымының турбинаның әйләнеү күсәренә ҡарата йүнәлеше б‑са күсәр (шыйыҡлыҡ ағымы күсәргә параллель) һәм үҙәккә ынтылған (шыйыҡлыҡ эшсе тәгәрмәстең ситенән әйләнеү күсәре йүнәлешенә табан аға) Г.д. бүленә. Гидромотор — эш башҡарған органды әйләндергән гидростатик ҡыҫымдан эшләй торған машина. Шыйыҡлыҡтың эш башҡарыусы күләмен көйләү б‑са (көйләнә һәм көйләнмәй торған), уның ағымының йүнәлеше б‑са (реверсив һәм реверсив булмаған), эш башҡарыусы элементтарының төҙөлөшө б‑са (шестернялы, пластинкалы һәм поршенлы) айырыла. Гидроцилиндр — эш башҡарған органы ҡайтмалы йөрөш хәрәкәтен башҡарып торған машина. Г.д. күтәртеү, гидроудар машиналарын, сылбырлы тәгәрмәсле машиналарҙың һәм башҡа транспорт машиналарының (гидроцилиндрҙар, гидромоторҙар) йөрөткөстәрен хәрәкәткә килтереү өсөн, ГЭС‑тарҙа (гидротурбиналар) ҡулланыла. Башҡортостанда 1998 й. алып “Мотор” ҒПП тарафынан 40 кВт алып 200 кВт тиклем ҡеүәтле гидротурбиналар уйлап табыла һәм эшләнә (респ. Белорет, Йылайыр, Мәсетле һ.б. райондарында ҙур булмаған ГЭС‑тарҙа урынлаштырылған). “Гидромаш” ААЙ “Sauer” фирмаһының (Германия) лицензияһы б‑са эш башҡарыусы күләме 8‑ҙән 165 см3 тиклем булған (1993 й. алып), 2‑нән 200 кВт тиклем ҡеүәтле (1996 й. алып) поршенлы гидромоторҙар етештерә.

А.М.Русак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика