ҒӘНИЕВ Әхәт Сәйет улы [11.1.1927, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Исламбаҡты а. (БР-ҙың Йәрмәкәй р-ны) – 28.3.2011, Снежинск ҡ.], физик. Техник ф. д-ры (1978), проф. (1994). Н.С.Ғәниевтең һәм М.С.Ғәниеваның ағаһы. Харьков ун‑тын тамамлағандан һуң (1950) Ядро проблемалары ин‑тында (Дубна ҡ.), 1955—2002 йй. — Рәсәй федераль ядро үҙәгендә — Бөтә Рәсәй техник физика ҒТИ‑нда (Снежинск) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге ядро шартлауы ваҡытында ядро физикаһы һәм юғары температуралы процестарҙы теркәп барыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәр, шартлаулы дейтерий энергетикаһы проблемалары м‑н бәйле. 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин пр. лауреаты (1964). “Почёт Билдәһе” орд. м-н бүләкләнгән (1984).

Хеҙм.: Взрывная дейтериевая энергетика. Снежинск, 2004 (авторҙ.).

Әҙәб.: Земля Ермекеевская… Уфа, 1999.

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика