ГАРРИС Нина Александровна (22.4. 1946, Батуми), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2012). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй (2008 й. алып гидравлика һәм гидромашиналар каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы шарттарҙа (эҫе үткәргес торбалар, туңлыҡ, стресс-коррозия) углеводород ҡыуыусы магистраль үткәргес торбаларҙы файҙаланғанда һөҙөмтәлелекте һәм экологик хәүефһеҙлекте арттырыуға арналған. Г. етәкс. нефть продукттарын үткәргестәрҙең эш режимдарын иҫәпләп сығарыу өсөн норматив‑техник документтар төҙөлгән, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең үткәргес торба транспорты пр‑тиеларында индерелгән. 400‑ләп фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Ресурсосберегающие технологии при магистральном транспорте газа. СПб., 2009.

А.А.Коршак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика