АГРАР ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ҮҘӘГЕ, БР‑ҙың автоном дәүләт ғилми учреждениеһы, 2016 й. алып БР‑ҙың Стратегик тикшеренеүҙәр ин-ты (ҡара: Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты) составына инә. 2009 й. Өфөлә БР ФА‑ның А.х. культураларын селекциялау үҙәге (2004 й. нигеҙ һалына) һәм БР ФА‑ның Бал ҡорттарын селекциялау үҙәге (2005) базаһында асыла. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: баллыүҫемлектәр, емеш культуралары сорттарын һәм гибридтарын сығарыу; үҫентеләрҙе биологик актив матдәләр һәм биопрепараттар ҡулланып үҫтереү ысулдарын камиллаштырыу; бал ҡорттарыныңбашҡ. популяцияһын үрсетеү һәм селекциялау; умартасылыҡ үҫешенең иҡт. һәм экологик проблемаларын өйрәнеү һәм уның продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү технологияларын камиллаштырыу. Үҙәк составында емеш‑еләк культураларын селекциялау һәм бал ҡорттарын селекциялау ғилми бүлектәре. 10 ғилми хеҙм‑р араһында 2 фән д‑ры һәм 3 канд. (2016). Үҙәк ғалимдары “Бал ҡорттарын һәм умартасылыҡ продукттарын экосистема мониторингында биоиндикатор сифатында файҙаланыу (апимониторинг)” [“Использование медоносных пчёл и продуктов пчеловодства в качестве биоиндикаторов при мониторинге экосистем (апимониторинг)”] концепцияһын, умартасылыҡ өсөн сәскә‑нектар конвейерын ойоштороу б‑cа тәҡдимдәр, умартасылыҡ продукттары нигеҙендә аҙыҡҡаөҫтәмәләр һәм дарыу препараттарын (ҡара: Апитерапия) уйлап таба, урта рус бал ҡорттарының “Иглинский” зона төрөн; Карагай виноград сортын сығара (РФ‑тың Селекция ҡаҙаныштары дәүләт реестрына индерелә); һары ҡарағаттың 3 сорты — Зарина, Находка, Фатима — дәүләт сорт һынауын үтә; грушаның 3 элита гибриды, актинидия, айыу баланы, баландың һ.б. перспектив сорттарын айырып ала. Уйлап табыуға 16 патент алына. БР ФА, РФА ғилми учреждениелары, БР, РФ ин‑ттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир. — И.Т.Шәйәхмәтов (2009 й. алып).

И.Т.Шәйәхмәтов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018