ГӘРӘЕВА Наталия Борисовна (3.9.1956, Мәскәү), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2004), проф. (2005). Б.В.Гончаровтың ҡыҙы. ӨНИ‑не тамамлаған (1978), 1982 й. алып шунда уҡ эшләй. 1978 й. башлап “Башнефтезаводстрой” тресында, 1979 й. — Төҙөлөш материалдары сәнәғәте пр‑тиеларын проектлау ин‑тының Өфө бүлексәһендә. Фәнни эшмәкәрлеге фундаменттарҙы проектлауға арналған. Г. ер тоҡомдарын зонд м‑н статик тикшереү мәғлүмәттәренә таянып, һай һалынған фундамент нигеҙҙәрен иҫәпләү б‑са тәҡдимдәр һ.б. эшләй. 100‑ләп фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Об эффективности фундаментов в вытрамбованных котлованах в непросадочных глинистых грунтах //Основания, фундаменты и механика грунтов. 2007. №1 (авторҙ.); Об оценке несущей способности и осадки фундаментов-оболочек на вытрамбованном основании //Шунда уҡ. 2011. №2 (авторҙ.).

М.М.Фәттәхов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика