ГӘРӘЕВ Алексей Ғабдулла улы (10.11.1954, Өфө), физик. Техник ф. д-ры (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) ӨАПБ‑ла эшләй. 1980 й. алып ӨДНТУ‑ла (1992—93 йй. лаб. мөдире)  эшлей. Фәнни эшмәкәрлеге торбаларҙың үткәргестәрҙең коррозиянан һәм коррозия-механик емерелеүен прогнозлау һәм диагностикалау нигеҙендә уларҙың эшкә яраҡлы булыуын арттырыуға бәйле. Г. етәкс. магистраль газ торбаларының сатнау сығанаҡтарын билдәләү методикаһы эшләнә, ул БР-ҙың, РФ-тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең пр-тиеларында индерелгән. Уның ҡатнашлығында Сахалин утрауы өсөн үткәргес торба  проектлана. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Диагностика коррозионного растрескивания трубопроводов. Уфа, 2003 (авторҙ.); Разрушение материалов в коррозионных средах. Уфа, 2005 (авторҙ.); Повышение безопасности эксплуатации газонефтепроводов в условиях коррозионно-механических воздействий. СПб., 2012 (авторҙ.).

М.А.Худяков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика