ҒӘНИЕВ Наил Сәйетгәрәй улы [8.3.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Исламбаҡты а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 10.12.2007, Ҡазан], механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1972), проф. (1974). ТР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1993). Ә.С.Ғәниевтең ҡустыһы, М.С.Ғәниеваның ағаһы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1950) СССР ФА Ҡазан филиалының Ҡазан физика-техника ин‑тында, 1953—2007 йй. Ҡазан технология ун‑тында (1973—98 йй. теоретик механика каф. мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре формаһын үҙгәртеүсе ҡаты есемдең механикаһын (пластиналар һәм көплөктәр теорияһын) өйрәнеүгә арналған. Ғ. тарафынан анизотропиялы әйләнеү көплөктәренең тотороҡлолоғо теорияһы, көплөктәрҙең һыҙыҡлы булмаған теорияһының тура һәм кире мәсьәләләрен сығарыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Хеҙм.: Устойчивость ортотропной эллипсоидальной оболочки вращения под действием внутреннего равномерного давления //Исследования по теории пластин и оболочек. Казань, 1992. Вып.24 (авторҙ.).

Әҙәб.: Земля Ермекеевская… Уфа, 1999.

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика