ҒӘЛЛӘМОВ Әбүзәр Карам улы (20.6.1939, БАССР-ҙың Баҡалы р-ны Иҫке Ҡорос а. – 6.3.2006, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1974), проф. (1976). РСФСР-ҙың (1982) һәм БАССР-ҙың (1978) атҡ. фән эшмәкәре, РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй (1974—2006 йй. юғары матем. каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре нефтте һәм газды транспортлау процестарының математик моделен әҙерләү м‑н бәйле. Ғ. промысла һәм магистраль нефть һәм газ торбаларының сик өлөшөндәге объекттарҙы эксплуатациялау мәсьәләләрен тикшерә; нефть үткәргес системаларына техник диагноз ҡуйыу өсөн норматив документтар әҙерләй. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы. Почёт орд. м‑н бүләкләнгән (1998). Өфөлә Ғ. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Гидродинамика трубопроводного транспорта нефти и нефтепродуктов. М., 1984 (авторҙ.); Трубопроводный транспорт нефти в сложных условиях эксплуатации. М., 1990 (авторҙ.); Обеспечение надёжности функционирования системы нефтепроводов на основе технической диагностики. Уфа, 1997 (авторҙ.).

 Р.Н.Бәхтизин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика