ҒӘЛИН  Венер Йәғәфәр улы [2.4.1937, БАССР-ҙың Малаяҙ р‑ны Мәсетле а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны)], механик. Физика-матем. ф. канд. (1972), өлкән ғилми хеҙм‑р (1981). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1961) БДУ‑ла эшләй. 1964 й. алып СССР ФА Себер бүлексәһенең иҫәпләүҙәр үҙәгендә (Новосибирск ҡ.) ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1972 й. — Новосибирск ун‑тында уҡыта. 1982 й. башлап РФА-ның Иҫәпләү математикаһы ин‑тының (Мәскәү) өлкән, 1996 й. — төп ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 1982—92 йй. Мәскәү физика-техника ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге климаттың математик моделен әҙерләүгә, термогидродинамика тигеҙләмәләрен сығарыуҙың һанса ысулдарын (атмосфералағы процестарға ярашлы), Ерҙең яһалма юлдаштары ярҙамында океандар өҫтөнөң т‑раһын алыҫтан тороп үлсәү ысулдарын уйлап табыуға; Ер атмосфераһының озон ҡатламын, климаттың хәҙ. үҙгәрештәрен өйрәнеүгә һ.б. арналған. Ғ. ҡатнашлығында атмосфераның һәм океандың дөйөм циркуляцияһының матем. моделе төҙөлгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ‑тың Дәүләт пр. лауреаты (2000). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (1999).

Хеҙм.:  Климат и его изменения: математическая теория и численное моделирование //Сибирский журнал вычислительной математики. 2003. Т.6. №4 (авторҙ.); Моделирование климата и его изменений //Современные проблемы вычислительной математики и математического моделирования. В 2 т. Т.2. М., 2005 (авторҙ.).

В.П.Дымников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика