ҒӘЛИМХАНОВ Кенәз Ғәле улы [25.9.1909, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Мәскәү а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) – 13.10.1991, Өфө], инженер-механик. Техник ф. канд. (1951). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1967), СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972). Ленинград карап төҙөү ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) К.Е.Ворошилов ис. Алыҫ Көнсығыш суднолар ремонтлау з‑дында (Владивосток ҡ.) эшләй. 1946—89 йй. ӨАИ‑ла: 1960–71 йй. материалдар ҡаршылығы каф. мөдире, 1969—73 йй. авиация двигателдәре ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге һығылмалылыҡ теорияһына, авиация һәм машиналар эшләү конструкцияларының ныҡлығын тикшереүгә арналған. Ғ. бер нисә симметрия күсәре булған өлкәләр (турбина дискылары, тешле тәгәрмәстәр һ.б.) өсөн һығылмалылыҡ теорияһының яҫылыҡтағы мәсьәләһен сисеү методикаһын уйлап таба, киҫелеше түңәрәк булмаған кендектәрҙең уралыуы б‑са тикшеренеүҙәр үткәрә. Ғ. етәкселегендә ҡорос сымдарҙы, металл кордтарҙы, тростарҙы һынау өсөн автоматлаштырылған приборҙар уйлап табыла, улар Белорет металлургия комбинатында һәм БР‑ҙың башҡа пр‑тиеларында индерелгән. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Расчёт сосудов, пластин и оболочек, динамические задачи прочности, устойчивость сжатых упругих систем: учеб. пособие по сопротивлению материалов. Уфа, 1974 (авторҙ.).

Әҙәб.: Ильгамов М.А. Рыцарь сопромата (к 95-летию К.Г.Галимханова) //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2004. Т.9. №3.

В.С.Жернаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика