ҒӘЛИМБӘКОВ Айрат Дамир улы (17.10.1970, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлаған (1993). 1997 й. алып БДАУ‑ҙа эшләй. Фәнни хеҙмәттәре юғары йышлыҡлы электромагнитлы физик-химик гидродинамика өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Ғ. юғары йышлыҡлы электромагнит ҡырҙарының химик реакцияларға тәьҫир итеү механизмдарын, поляр шыйыҡлыҡтарҙың өҫкө йөҙө тартылышын, шыйығайтылған суспензияларҙың йәбешкәклеген һ.б. тикшерә; углеводород ҡатышмаһын юғары йышлыҡлы электромагнит ҡырында конвекция-диффузия һәм адсорбция-десорбция процестарын иҫәпкә алып фильтрлау моделдәрен төҙөй. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Некоторые аспекты взаимодействия электромагнитных полей с поляризующимися средами. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика