АГНОСТИЦИЗМ (гр. agnostos — танып белеп булмаған), ысынбарлыҡты һәм хәҡиҡәтте танып белеү мөмкинлеген инҡар иткән фәлсәфәүи тәғлимәт. А. идеяларын софистар, скептиктар һәм неоплатониктар алға һөргән. Классик А. Дж.Беркли, Д.Юм һәм И.Кант хеҙмәттәрендә сағылдырыла. А. донъяның бөтмәҫ, сикһеҙ һәм үҙгәреүсән булыуы, уны аңлап белеүҙең ауырлығы, күренештәрҙең сифаты асылынан ныҡ айырылыуы арҡаһында барлыҡҡа килә. А. донъяны танып белеүҙең һәм рациональ аң сиктәрен асыҡлауҙың гносеологик проблемаларын аса, теләһә ҡайһы “сик билдәһен” ҡуйыуҙың һәм фәлсәфәүи дәлилләүҙең шартлы булыуын күрһәтә. Башҡорттарҙа А. 18 б. аҙ. — 19 б. башында милли иҙеүҙең көсәйеүе, хөкүмәттең колонизаторлыҡ сәйәсәте [Башҡорт ихтилалдарын (17—18 бб.) баҫтырыу, Ырымбур мосолман дини йыйылышын ойоштороу, идара итеүҙең кантон системаһын индереү һ.б.] эҙемтәһе булараҡ донъяға шиксел ҡараш рәүешендә барлыҡҡа килә. Башҡ. аҡыл эйәләре Ш.Зәки, Ғ.Соҡорой һ.б. суфыйсылыҡта иррациональ ҡараш яҡлы була. А. позицияһы техноген цивилизация кризисы, фәндең мөмкинлектәре сиклелегенә баҫым яһаусы антисциентизм үҫеше, донъяны танып белеүҙең ғилми булмаған формаларының популярлығы һөҙөмтәһендә көсәйә.

И.М.Орешников

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке