ҒӘЛИӘСКӘРОВ Фәнәүи Муллайән улы (22.3.1937 Силәбе өлк. Минйәр ҡсб), инженер-технолог. Техник ф. д-ры (2000), проф. (2002). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1980). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1976—78 йй. һәм 1992 й. алып лаб. мөдире, 1978 й. — бүлек мөдире. 1994 й. башлап БДУ‑ла (1998—2005 йй. уҡытыуҙың яңы мәғлүмәт технологиялары каф. мөдире, 2005 й. алып Нефтекама филиалында уҡыта), бер үк ваҡытта 2001 й. башлап Рәсәй сауҙа-иҡт. ун‑тының Өфө ин‑тында (2005 й. алып финанс һәм банк эше, 2009 й. — мәғлүмәт технологиялары каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2007 й. башлап РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс ун‑тының Өфө финанс ин‑тында (филиалында). Фәнни эшмәкәрлеге нефть эшкәртеү һәм нефтехимия аппараттарының һәм төп процестарының иҫәпләү программаларын һәм матем. моделдәрен эшләүгә бәйле. Ғ. ҡатнашлығында тоноҡ нефть продукттарын һәм вакуумлы газойль алыуҙы арттырып, нефть эшкәртеү технологиялары, ректификация колонналарында баҫымды, т‑раны һ.б. параметрҙарҙы иҫәпләп сығарыу программалары һ.б. уйлап табыла. Асыштары БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре НЭЗ-дарында индерелгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Расчёт ректификации нефтяных смесей. Уфа, 1999; Методы расчёта и математические модели финансовых операций. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика