ҒӘЛИӘКБӘРОВ Вил Фәйзулла улы (18.12.1946, БАССР-ҙың Байҡыбаш р-ны Үреш спиртзаводы ҡсб, хәҙ. БР-ҙың Ҡариҙел р-ны Ҡыҙыл Үреш а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д-ры (2002), проф. (2003). БАССР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй (1990—2001 йй. хисаплау техникаһы һәм инженер кибернетикаһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1999 й. алып “НТ-Центр” ойошмаһында (2002 й. башлап ген. дир.). Фәнни эшмәкәрлеге информатика, ғәмәли математика алымдарын файҙаланып, нефть промыслаһы механикаһы, гидрогазодинамика, һыҙыҡһыҙ тулҡындар механикаһы мәсьәләләрен сисеү м‑н бәйле. Ғ. торбаларҙың үткәргес торошон билдәләү системаларын, магистраль газ үткәргестәре м-н идара итеүҙең интеллектуаль системаларын, интеллектуаль үлсәү үҙгәрткестәрен; резервуарҙар эсендә нефть продукттарын ҡатнаштырыу, скважиналарҙы быраулау һәм нығытыу процестарын интенсивлаштырыу, нефть сығарыу, уны тоҙһоҙландырыу һәм һыуһыҙландырыу технологияларын эшләй. Ғ. асыштары БР-ҙың, РФ-тың башҡа төбәктәренең һәм сит илдәрҙең нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү пр‑тиеларында индерелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (1999).

В.Н.Филиппов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика