ҒӘЛИЕВ Вил Барый улы (1.9.1932, БАССР-ҙың Учалы р-ны Ахун а.), инженер- механик. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1990). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1977), СССР Газ сәнәғәте министрлығы (1968), СССР Нефть сәнәғәте министрлығы (1978), СССР‑ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиеларын төҙөү министрлығы (1982) отличнигы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1955) Башҡортостан нефть үткәргестәре идаралығы пр‑тиеларында эшләй. 1962—84 йй. һәм 1992 й. алып ӨДНТУ‑ла (1968 й. алып етәксе хеҙм‑рҙәрҙең һәм белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү ф-ты деканы), 1985—92 йй. Төмән индустрия ин-тында (1987 й. алып торба үткәргестәр һәм һаҡлағыстар төҙөү каф. мөдире) уҡыта, 1995—2001 йй. Респ. тармаҡ хеҙмәтте һаҡлау һәм экология уҡыу‑аттестация үҙәгендә эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге нефть продукттары өсөн резервуарҙар проектлау м‑н бәйле. Ғ. эшләгән йомшаҡ һәм баҫылған тупраҡта резервуарҙар төҙөү өсөн нигеҙ проекттары БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре нефть сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 29 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (1982).

Х е ҙ м.: Эксплуатация стальных вертикальных резервуаров в сложных условиях. М., 1981; Магистральные нефтепродуктопроводы. 2-е изд., перераб. и доп. М., 1988 (авторҙ.); Аварии резервуаров и способы их предупреждения. Уфа, 2004 (авторҙ.).

 

Е.М.Муфтахов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика