ҒӘЛИЕВ Альберт Әбүбәкер улы (19.10.1940, Өфө), физик. РФА акад. (1992), физика-матем. ф. д‑ры (1968), проф. (1980). Новосибирск ун-тын тамамлаған (1963). 1961 й. алып СССР ФА Себер бүлексәһенең Ядро физикаһы ин‑тында (Новосибирск ҡ.) эшләй, 1968 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р. 1971 й. башлап Мәскәүҙә эшләй: СССР ФА‑ның Юғары т‑ралар ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р; 1973 й. алып РФА- ның Космик тикшеренеүҙәр ин-тында бүлек мөдире, 1988 й. алып — дир., 2002 й. алып — почётлы дир.; 1971 й. алып бер үк ваҡытта Мәскәү физика-техника ин-тында уҡытыусы (1991—2005 йй. космос физикаһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге плазма физикаһы, космос физикаһы м-н бәйле: плазманың аҙ турбулентлылығы теорияһы үҫешенә, һирәкләнгән плазма эсендә магнит көс һыҙыҡтарының яңынан тоташыуын, магнит ҡыры эсендә газдың плазма ағымы тәьҫиренән аномаль рәүештә ионлашыуын, ҡояш плазмаһы ағымдарының кометалар м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүен өйрәнеүгә һ.б. арналған. Ғ. “Венера- Галлей” космик проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин пр. (1984), Ленин комсомолы пр. (1968), РФ Президентының мәғариф өлкәһендәге пр. лауреаты (2005). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), Почёт орд. м‑н (2002) бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Основы физики плазмы: в 2 т. М., 1983—1984 (авторҙ.); Nonlinear Plasma Theroy. New York, 1969 (авторҙ.).

 

А.В.Захаров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика