ГАЗ БҮЛЕҮ СТАНЦИЯЛАРЫ, газ бүлеү селтәрҙәренә газ биреү өсөн тәғәйенләнгән техник ҡоролмалар. Г.б.с. магистраль газ торбаларының йәки уларҙың тармаҡтарының остағы участкаларында урынлаша. Составына йүнәлеште үҙгәртеү, одоризация, таҙартыу, гидрат барлыҡҡа килеүҙе булдырмау, көйләү, йылытыу, газ тотоноу һ.б. үлсәү, контроль һәм автоматика, элемтә һәм телемеханика, электр яҡтыртыу, йәшендән һәм статик электрҙан һаҡлау системалары һ.б. инә. Башҡортостанда беренсе Г.б.с. 1953 й. төҙөлә. 2011 й. “Газпром трансгаз Уфа” ЯСЙ‑нда файҙаланылған 148 Г.б.с. эшләгән. Газ биреп тороу тәүлек әйләнәһенә йәй көнө 18 млн. м3, ҡыш көнө 45 млн. м3 тиклем тотоноу кимәле м-н йылына уртаса 14 млрд. м3 самаһы тәшкил иткән. 1942 й. алып Благовещен арматура заводында үткәргес торба арматураһы (япма, вентиль, һаҡлағыс клапандар һ.б.) етештерелә, 1965—2002 йй. “Салаватнефтемаш” ААЙ‑нда Г.б.с. өсөн ҡорамалдар (саң тотҡос, одорант, конденсат йыйыу  өсөн һауыт, рессиверҙар) сығарыла.

Әҙәб.: Газ бүлеү селтәрҙәре” мәҡ. ҡарағыҙ.

А.И.Гольянов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика