ГАЗ БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, ҡулланыусыларҙы газ м-н тәьмин итеү өсөн ҡоролмалар комплексы. Газ менән тәьмин итеү системаһының магистраль газ торбаларынан һәм газ регуляторы пункттарынан тора. Газ бүлеү станцияларынан башлана. Төҙөлөш схемаһы б‑са ҡулса (күбеһенсә ҡалаларҙа), тупик (бәләкәй ҡала һәм ауылдарҙа) рәүешендәге һәм ҡатнаш типтағы Г.б.с. айырыла. Г.б.с. магистраль газ торбалары түбән (0,005 МПа тиклем), уртаса (0,005—0,3 МПа) һәм юғары (1,2 МПа тиклем) баҫымлыларға бүленә. Юғары һәм урта баҫымлы магистраль газ торбалары газды — ҡала эсендә, сәнәғәт пр-тиеларына һәм ауылдарға, түбән баҫымлылары торлаҡ йорттарға һәм йәмәғәт биналарына, коммуналь хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү пр-тиеларына тиклем ебәреү өсөн тәғәйенләнгән. БР-ҙың Г.б.с. магистраль газ торбалары оҙонлоғо 41,5 мең км тәшкил итә, 7372 газ регуляторы пункты эшләй (2011). Г.б.с. файҙаланыуҙы “Газ-Сервис” ААЙ башҡара. 90-сы йй. башынан алып респ. Г.б.с. телемеханика ҡоролмалары индерелгән. Нефть техник университетында тупик Г.б.с. магистраль газ торбаларының оптималь диаметрҙарын иҫәпләп сығарыу программалары төҙөлгән (А.И.Гольянов).

Әҙәб.: Зарипов И.Я. Башкирские километры Газпрома. Уфа, 2003.; Гольянов А.И. Газовые сети и газохранилища. Уфа, 2004.

А.И.Гольянов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика