ГАЗ ТАҘАРТЫУ, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, газды һәм унан айырып алынған ҡушылмаларҙы артабан файҙаланыу маҡсатында тәбиғи газды һәм сәнәғәт газын таҙартыу процесы. Г.т. өсөн өйөрмәле аппараттар, күбекле һәм күбекле-аҡмалы аппараттар, масса алмаштырыу аппараттары, химия реакторҙары, фильтрҙар файҙаланыла. Механик (саңды гравитация, инерция һәм үҙәктән ҡыуыу юлы м‑н ултыртыу, фильтрлау, барботирлау), физик (пар ҡушылмаларын шыйыҡ һәм ҡаты хәлдәге һыуытҡыс агенттар ярҙамында ҡуйыртыу, сорбция), физик-химик (ҡушылмаларҙы шыйыҡ һәм ҡаты хәлдәге реагенттар ярҙамында айырып алыу), химик (ҡушылмаларҙы шыйыҡ һәм ҡаты хәлдәге катализаторҙар ярҙамында нейтралләштереү һәм зарарһыҙлау) һәм электрик (ҡушылмаларҙың электродтарҙа ултырыуы) ысулдар м‑н башҡарыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. башынан Нефть техник университетында (Р.Х.Мөхөтдинов, Н.А.Самойлов һ.б.) Г.т. ҡоролмалары, ш. иҫ. ацетон һәм фенол производстволарындағы эҫе технологик газды (“Уфаоргсинтез” ААЙ‑нда һ.б. индерелә), һөт танкыларына бирелә торған ҡыҫылған һауаны (Стәрлетамаҡ һөт комбинатында һ.б.), һыуыҡ вентиляция газын (“Гидравлика”, “Уфимкабель” ААЙ‑ларында һ.б.) таҙартыу ҡоролмалары уйлап табыла. Шунда уҡ пластиналы реакторҙарҙағы эҫе технологик газдарҙы катализ юлы м‑н тиҙләтеп таҙартыу технологияһы эшләнә, ул Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында, “Гидравлика”, “Уфанефтехим” пр-тиеларында һ.б. индерелә. Нефтехимия эшкәртеү институтында (Р.Р.Вәзиров, А.В.Подшивалин) көкөртлө водородты туранан-тура окислау ысулы м‑н элементар көкөрт етештергәндә сыҡҡан газдарҙы тулыһынса таҙартыу технологияһы уйлап табыла (2005 й. “Уфанефтехим” ААЙ‑нда индерелә). Газ таҙартыу ҡоролмалары “Салаватнефтемаш” ААЙ‑нда һәм БР‑ҙың башҡа химик машиналар эшләү пр‑тиеларында сығарыла.

Әҙәб.: Ахметов С.А. Технология глубокой переработки нефти и газа. Уфа, 2002; Мухутдинов Р.Х., Самойлов Н.А. Теория и практика каталической очистки отходящих газов. Уфа, 2002.

Р.Х.Мөхөтдинов, Ю.Р.Әбдрәхимов
Т
әрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика