ГАЗ ҺАҠЛАҒЫС, газды туплау, һаҡлау һәм ебәреп тороу өсөн тәбиғи йәки яһалма резервуар. Ер өҫтө һәм ер аҫты Г.һ. айыралар. Ер өҫтө Г.һ. сифатында түбән (0,004—0,005 МПа) һәм юғары (0,07—3 МПа) баҫымға иҫәпләнгән газгольдерҙар (цилиндр йәки шар формаһындағы резервуарҙар) ҡулланыла. Ер аҫты Г.һ. тәрән һалынғандарға (күҙәнәкле йәки ҡыуыш эсле һыйышлыҡтар рәүешендәге) һәм тәрән һалынмағандарға (магистраль газ торбаларының һуңғы участкалары, ҙур диаметрлы торба секциялары, ҡорос, тимер-бетон һыйышлыҡтар һ.б.) бүленә. Күҙәнәкле ер аҫты Г.һ. — һыулы ҡатламдарҙа, янмай торған газ ятҡылыҡтарында, запастары ныҡ кәмегән газ ятҡылыҡтарында һәм нефть ятҡылыҡтарында, ҡыуыш эслеләре файҙаланылған (ташландыҡ күмер һәм сланец шахталары, иҫке рудниктар, туннелдәр) һәм махсус ҡаҙылма (гранит, эзбизташ һ.б. ҡаты тоҡомдарҙа ҡоролалар) тау байлыҡтары сығарыу урындарында, мәмерйәләрҙә ҡорола. Г.һ. һыйҙырышлығы 20—30 мең м3 алып бер нисә млрд м3 тиклем булырға мөмкин, эш баҫымы — 20 МПа тиклем. Г.һ. эшенең ритмы газдың тәүлек әйләнәһенә һәм миҙгелгә бәйле тигеҙ ҡулланылмауы арҡаһында ҡатмарлашҡан газ менән тәьмин итеү системаһының төп технологик объекты булып тора. Г.һ. газды ҡулланыусыларға ебәреүҙе көйләү, яғыулыҡтың һәм химик сеймалдың авария резервын булдырыу өсөн хеҙмәт итә. 1972 й. Көйөргәҙе р-нында файҙаланылған газ-конденсат ятҡылығы базаһында илдәге иң ҙур Г.һ. береһе булған 3100 млн м3 күләмле Ҡансыра ер аҫты Г.һ. файҙаланыуға тапшырыла. 2003 й. 455 млн м3 күләмле Муса ер аҫты Г.һ. (Мәләүез р-ны) яңыртҡандан һуң, ҡеүәте б‑са РФ-та икенсе урында торған Ҡансыра-Муса газ һаҡлау комплексы төҙөлә.

 Р.Ә.Жданов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика