ҒӘБИТОВ Илдар Исмәғил улы (22.12. 1963, Белорет ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). И.Ә.Ғәбитовтың улы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй: 1996—99 йй. фәнни эштәр б‑са проректор, 2001 й. алып тракторҙар һәм автомобилдәр каф. мөдире, 2005 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 2007 й. беренсе проректор — уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 2008 й. башлап ректор. Фәнни эшмәкәрлеге электр ярҙамында идара ителгән яғыулыҡ биреү системалары конструкцияларын, автотрактор һәм комбайн дизелдәренең яғыулыҡ аппаратураһы технологияларын һәм техник ярҙам күрһәтеү сараларын эшләүгә арналған. Уның етәкселегендә уйлап табылған автотрактор дизелдәренең яғыулыҡ аппаратураһын диагностикалау технологиялары һәм саралары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең машиналар эшләү (Барнаул, Ногинск ҡҡ.) һәм ремонт пр‑тиеларында индерелгән. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4—5‑се саҡырылыш депутаты.

Х е ҙ м.: Диагностика и техническое обслуживание машин. М., 2008 (авторҙ.); Техническое обслуживание и диагностика топливной аппаратуры автотракторных дизелей. М., 2008 (авторҙ.).

 

А.В.Неговора

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика