ҒАБДРАФИҠОВ Фәнил Зәкәриә улы (19.11.1958, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Иҫке Балыҡлы а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2008). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй: 1993—94 йй. теоретик һәм техник механика каф. мөдире, 1996 й. алып “Миловка” уҡытыу‑тәж. хужалығының етештереү б‑са проректор-дир., 2000 й. — йәшәйеш хәүефһеҙлеге каф. мөдире, 2001 й. (ғин.—окт.) тракторҙар һәм автомобилдәр каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2001—12 йй. а.х. механизациялау ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре машина-трактор агрегаттарының дизелле энергетик ҡулайламаларын файҙаланыу проблемаларына арналған. Ғ. етәкс. уйлап табылған дизель двигателдәренә яғыулыҡ биреү технологияһы БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында индерелгән. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Оценка эксплуатационной эффективности топливных систем тракторных и комбайновых дизелей в режимах частичных нагрузок. СПб., 2004; Топливные системы тракторных и комбайновых двигателей. Уфа, 2004; Топливные системы автотракторных дизельных двигателей. Уфа, 2007.

Р.М.Бәширов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика