ВОДОПЬЯНОВ Владимир Васильевич (14.11.1949, Порт-Артур ҡ., Ҡытай), математик. Техник ф. д‑ры (2009), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй. 1978 й. алып ӨДАТУ‑ла (1995 й. башлап дөйөм фәндәр ф‑ты деканы). Фәнни эшмәкәрлеге интерполяцион арауыҡтарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, математик модель әҙерләүгә арналған. В. интерполяцияның төрлө алымдары араһындағы яңы нисбәттәрҙе билдәләй, Кальдерон—Лозановский алымының орбиталь тасуирламаһын таба; нефть м‑н бысранған тупраҡтарҙа барған төп биол. процестарҙың матем. моделдәрен һ.б. эшләй. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Фитотоксичность антропогенно-загрязнённых почв. Уфа, 2003 (авторҙ.); Комплексы почвенных микромицетов в условиях техногенеза. Уфа, 2005 (авторҙ.); Математическое моделирование процессов в антропогенно нарушенных почвенных биосистемах. М., 2010 (авторҙ.).

Р.Ҡ.Ғәзизов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика