ВЕРХОТУРОВ Михаил Александрович (4.7.1961, Өфө), инженер-системотехник. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Спорт туризмы б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре геом. объекттарҙы урынлаштырыуҙы оптималләштереүҙе матем., алгоритмик һәм программа м‑н тәьмин итеүгә арналған. В. тарафынан материалдарҙы рациональ киҫеүҙең автоматлаштырылған системаһы уйлап табыла, ул Технология һәм производствоны ойоштороу институтында, “Буммаш” (Ижевск), “Уралхиммаш” (Екатеринбург ҡ.) пр‑тиеларында ҡулланыуға индерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Модели и методы расчёта раскроя-упаковки геометрических объектов. Уфа, 1998 (авторҙ.).

Э.А.Мухачёва

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика