ВЕРТОЛЁТ, күтәреү көсө һәм тартыуы бер йәки бер нисә йөрөтөүсе һауа винты ярҙамында барлыҡҡа килә торған осоу аппараты. Йөрөтөүсе винттарының һаны (бер, ике, күп винтлы) һәм уларҙың үҙ-ара урынлашыуы (бер күсәргә ултыртылған, буй, арҡыры), двигателдәренең һаны (бер, ике, күп двигателле), йөрөтөүсе винттары күсергесенең тибы (механик, реактив), тәғәйенләнеше (киң ҡулланылышлы, ҡотҡарыу, транспорт өсөн һ.б.), йөк күтәреүсәнлеге (еңел, уртаса, ауыр һ.б.) б‑са айырылалар. Аппарат вертикаль йүнәлештә күтәрелә һәм ултыра ала, һауала бирелгән бейеклектә “эленеп” тора, теләһә ниндәй күсәр буйлап күсә һәм уның тирәһендә әйләнә ала. Хәрби һәм граждан авиацияһында киң файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. уртаһынан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә Ми‑1, Ми‑6, Ми‑26 В. механизмдары (салышлыҡ автоматы, күсергес валы булған вентилятор, йөрөтөүсе винттарҙың тормозы), Ка‑27, Ка‑29, Ка‑32 В. өсөн йөрөтөүсе винттарҙың колонкалары сығарыла. 60‑сы йй. аҙ. Күмертау авиация производство предприятиеһында Н.И.Камов ис. Махсус КБ‑ла (Люберцы ҡ.) проектланған төрлө модификациялағы ике двигателле В., киң ҡулланылышлы еңел В. (ҡара: табл.) етештереү үҙләштерелә. 70‑се йй. аҙ. алып уртаса В. сығарыла: Ка‑27ПЛ (кәмәгә ҡаршы), Ка‑27ПС (эҙләү-ҡотҡарыу), Ка‑28 (Ка‑27ПЛ‑дың варианты), Ка‑29 (транспорт-һуғыш), Ка‑31 (радиолокацион күҙәтеү өсөн), Ка‑32С (судно өсөн), Ка‑32Т (транспорт), Ка-32А (транспорт-киң ҡулланылышлы), Ка‑32 (транспорт-санитар). 2005 й. башлап киң ҡулланылышлы еңел В. етештерелә, уларҙың төҙөлөшө геологоразведка, санитар-ҡотҡарыу, а.х., транспорт һ.б. элмәле ҡоролмаларын тиҙ алмаштырырға мөмкинлек биреүе, ш. уҡ бер күсәрҙә ултырған камиллаштырылған винттары булыуы һәм быяла пластиктарҙың киң файҙаланылыуы м‑н үҙенсәлекле. 

  С.И.Каменев
Т
әрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Күрһәткестәре

Типтары

Ка‑26

Ка‑27, Ка‑32

Ка‑226

 Макс. ауырлығы, кг

3250

12000

3400

 Йөк күтәреүсәнлеге, кг

900

5000

1400

 Макс. тиҙлеге, км/сәғ

170

260

205

 Динамик түшәм (макс. осоу бейеклеге), м

2700

6000

6200

 Статик түшәм (макс. “эленеп тороу” бейеклеге), м 

640

3500

2500

 Осоу алыҫлығы, км

520

800

600

Яндекс.Метрика