ВЕРЕМЕЕНКО Сергей Алексеевич (26.9.1955, Переславль-Залесский ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1994). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй (1984 й. алып лаборатория мөдире). 1987 й. башлап Бөтә Союз магистраль торба үткәргестәр төҙөү ҒТИ‑нда: Төмән филиалы дир., 1989 й. алып Көнбайыш Себер инженерлыҡ үҙәгендә (Сорғот ҡ.) баш инженер-дир. урынбаҫары. 1991 й. башлап Төньяҡ сауҙа банкыһы филиалы дир., 1992 й. — Халыҡ-ара сәнәғәт банкыһы идарасыһы, 2003 й. Халыҡ-ара инвестицион проекттар һәм төҙөлөш иҡтисады ин-ты дир., 2004 й. — Халыҡ-ара сәнәғәт концерны, Бөтә Рәсәй еңел иретмәләр ин-ты, “Сапфир” ҒПП‑ның дир. советы рәйесе (бөтәһе лә Мәскәүҙә). В. эшмәкәрлеге иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында инвестицион һәм инновацион проекттарҙы тормошҡа ашырыу м‑н бәйле. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Төбәктәр үҫешенә булышлыҡ итеү фонды (2003 й. алып), Рәсәй Хәҙерге бишбәйге б‑са Федерация президенты (2005—09), Рәсәй инженерлыҡ акад. вице-президенты (2004 й. алып). Тверь өлк. Закондар сығарыу йыйылышының 5-се саҡырылыш депутаты. Ленин комсомолы пр. лауреаты (1987).

Х е ҙ м.: Методы и модели оценки и выбора вариантов крупных инвестиционных проектов трубопроводного транспорта. М., 1994.

 

Г.М.Сәфәрова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика