ВЕГА, Лира ‑һы, аҡ йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,04. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 2,6 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән йондоҙға тиклемге аралыҡ яҡынса 26 яҡтылыҡ йылы. Төньяҡ ярымшар йондоҙлоғона инә. Б.э. 14000 йй. ҡарай Ер күсәренең прецессияһы күренешенә бәйле, В. Төньяҡ донъя ҡотобо тирәһендә буласаҡ һәм, Тимерғаҙыҡ йондоҙо кеүек, төньяҡҡа күрһәтеп торасаҡ. БР терр‑яһында байымай торған яҡтыртҡыс, йыл әйләнәһенә күренә. Йәйен төн уртаһында йондоҙ офоҡ өҫтөнән 75° бейеклектә, зенитта тиерлек торған саҡ — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор. 

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика