ВАСИН Рудольф Алексеевич (11.8. 1937, Иваново өлк. Вязники ст.), механик. Физика-матем. ф. д‑ры (1988), проф. (1992). МДУ-ны тамамлаған (1959). 1962 й. алып МДУ-ның Механика ҒТИ‑нда эшләй: 1973 й. алып — өлкән, 1987 й. — төп, 1995 й. башлап баш ғилми хеҙ‑р, 2002 й. алып лаб. мөдире; 1991—2006 йй. бер үк ваҡытта Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре деформацияланыусы ҡаты есем механикаһына арналған. В. һығылмалылыҡ теорияһында билдәләүсе нисбәттәрҙең яңы варианттарын таба; тығыҙ-һығылмалы процестар теорияһының төп ҡағиҙәләрен тәжрибә ярҙамында нигеҙләй һ.б. Уның етәкселегендә Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында материалдарҙың үтә һығылмалылығы б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1-се дәрәжә М.В.Ломоносов ис. пр. лауреаты (1995).

Х е ҙ м.: Введение в механику сверхпластичности. Ч.1. Уфа, 1998 (авторҙ.); Superplastic Flow: Phenomenology and Mechanics. 2-nd.ed. Berlin; Heidelberg, 2010 (авторҙ.). 

 

Ф.У.Йәнекәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика