ВАСИЛЬЕВ Фёдор Павлович (24.7.1935, БАССР-ҙың Йәрмәкәй р-ны 1-се Һыуыҡҡул а., хәҙ. БР-ҙың ш. уҡ р-ны Һыуыҡҡул а.), математик. Физика- матем. ф. д-ры (1986), проф. (1989). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). МДУ-ны тамамлаған (1960), 1963 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре хисаплау математикаһы, математик физика, матем. программалау, оптималь идара итеү теорияһы һәм ысулдары, уйындар теорияһы, дөрөҫ булмаған мәсьәләләр теорияһы м-н бәйле. В. параболик тигеҙләмәләр өсөн сиге билдәһеҙ сик мәсьәләләрен, Банах арауыҡтарындағы идара ителеү системалары өсөн иҫәпләү тиҙлеге мәсьәләләрен сисеү; минимизацияның тотороҡһоҙ мәсьәләләренең төрлө кластарын даимилаштырыу ысулдарын һ.б. уйлап таба һәм тикшерә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Основы метода динамической регуляризации. М., 1999 (авторҙ.); Методы оптимизации. М., 2002; Линейное программирование. 3-е изд., испр. М., 2008 (авторҙ.). 

 

Ф.В.Лубышев, И.Г.Тарасов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика