ВАСИЛЬЕВ Владимир Иванович (26.9.1946, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1992). РФ‑тың (2003) һәм БР-ҙың (1997) атҡ. фән эшмәкәре. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй (1995 й. алып иҫәпләү техникаһы һәм мәғлүмәтте һаҡлау каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге системалы анализға, ҡатмарлы динамик һәм ойоштороу-техник объекттар м‑н идара итеү проблемаларына арналған. В. тарафынан интеллектуаль идара итеү системаларын проектлау методологияһы эшләнә; авиация двигателдәренә, нефть һәм газ скважиналары быраулау ҡоролмаһына, мобиль робот-техник системаларға идара итеү системалары, корпоратив мәғлүмәт системалары уйлап табыла, улар РФ‑тың авиация, нефть, машиналар эшләү сәнәғәте тармаҡтары пр‑тиеларында индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 50 уйлап табыу авторы. Р.Р.Мәүлитов ис. пр. лауреаты (2005).

Х е ҙ м.: Нейрокомпьютеры в авиации (самолёты). М., 2004 (авторҙ.); Информационно-управляющие системы в нефтедобывающей промышленности. М., 2008 (авторҙ.); Интеллектуальные системы управления: теория и практика. М., 2010 (авторҙ.). 

Б.Ғ.Ильясов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика