ВӘЛИУЛЛИН Рим Абдулла улы (15.10.1950, Октябрьский ҡ.), геофизик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2002), техник ф. д‑ры (1996), проф. (1998). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2012), БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Рен. А.Вәлиуллиндың һәм Рифғәт А.Вәлиуллиндың ҡустыһы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (1998 й. алып геофизика каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1993 й. башлап “ГеоТЭК” ғилми‑производство фирмаһы директоры. Фәнни эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе геофизик яҡтан контролдә тотоу проблемалары м‑н бәйле. В. тарафынан нефть ҡатламдарында һәм скважиналарҙа уларҙың торошон диагностикалау өсөн термогидродинамик ҡырҙар тикшерелә, скважиналарҙы үҙләштереү, файҙаланыу һәм ремонтлау ваҡытында стационар булмаған термометрия технологияһы уйлап табыла. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 44 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (2006).

Х е ҙ м.: Термические исследования при компрессорном освоении нефтяных скважин. Уфа, 1992 (авторҙ.); Термометрия пластов с многофазными потоками. Уфа, 1998 (авторҙ.); Термогидродинамические исследования пластов и скважин нефтяных месторождений. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Ә.Йакиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика