ВӘЛИЕВ Руслан Зөфәр улы (26.9.1949, Свердловск өлк. Лосиный ҡсб), физик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), физика‑матем. ф. д‑ры (1984), проф. (1987). РФ‑тың (2003) һәм БР-ҙың (1997) атҡ. фән эшмәкәре. Урал политехн. ин‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1971). 1973 й. алып ӨДАТУ-ла эшләй: 1980 й. “Тантал” махсуслаштырылған конструкторлыҡ‑технология бюроһында бүлек мөдире, 1995 й. Перспективалы материалдар физикаһы ин‑тында ғилми етәксе —дир., бер үк ваҡытта 2002 й. алып дөйөм физика каф., 2004 й. — нанотехнологиялар каф. мөдире; бер үк ваҡытта 1986—95 йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: лаб. мөдире һәм 1988—91 йй. фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге ҡаты есемдәрҙең атом‑кристаллик төҙөлөшөн өйрәнеүгә, металдарҙың һәм иретмәләрҙең ныҡлығы һәм һығылмалылығы физикаһына арналған. В.  поликристалдар рәшәткәле дислокацияларҙы йотҡанда уларҙа тиң булмаған бөртөктәр сиге барлыҡҡа килеү күренешен аса (1987 й., О.Ә.Ҡайбышев м‑н берлектә), В. етәкс. күләмле наноструктур материалдар алыу ысулдарытабылған. РФ‑тың Мәғариф һәм фән министрлығы эргәһендәге Фән б‑са совет ағзаһы (2013 й. алып). 500‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (2015), Башҡортостан комсомолы (1977), А.Гумбольдт ис. (Германия, 2001, 2007) пр. лауреаты.

Х е ҙ м.: Кристаллогеометрический анализ межкристаллитных границ в практике электронной микроскопии. М., 1991 (авторҙ.); Наноструктурные материалы, полученные интенсивной пластической деформацией. М., 2000 (авторҙ.); Объёмные наноструктурные металлические материалы: получение, структура и свойства. М., 2007 (авторҙ.).

Г.А.Салищев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика