ВӘЛИЕВ Мәсхүт Малик улы (13.1. 1947, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Яңы Тимкә а.), физик. Техник ф. д‑ры (2004). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ-ны тамамлаған (1970), 1973 й. алып ӨДАТУ-ла эшләй. 1998 й. алып БДАУ- ҙа: 2000 й. тиклем а.х. электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1999—2001 йй. электротехниканың теоретик нигеҙҙәре каф. мөдире вазифаһын башҡара, 2009 й. башлап информатика һәм мәғлүмәт технологиялары каф. мөдире һәм БДАУ эргәһендәге Мәғлүмәт технологиялары б‑са ҒТИ етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге математик модель әҙерләү, ғәмәли информатика мәсьәләләрен сисеү, белем биреү өлкәһендә электрон ресурстарҙы эшләүгә арналған. В. машиналар төҙөү изделиеларының сифатын тикшереп тороу өсөн ҡулланылған магнитлы ҡоролмалар уйлап таба. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Магнитные цепи и электромагнитные устройства. Уфа, 2000; Компьютерное моделирование в технике и технологиях. Уфа, 2010.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика