ВӘЛИЕВА Роза Ғүмәр ҡыҙы (3.11. 1951, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Павловка а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2004), проф. (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) 2008 й. тиклем шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре ҡатмарлы динамик системалар м‑н идара итеү проблемаларына арналған. В. ҡатнашлығында производство м‑н интеллектуаль идара итеү системаларының алгоритмдары, матем. һәм программа м‑н тәьмин итеү уйлап табыла (ӨАПБ‑ға, “БЭТО”‑ға һ.б. индерелгән). 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Моделирование производственно-рыночных систем. Уфа, 1995 (авторҙ.); Интеллектуальное управление производственными системами. М., 2001 (авторҙ.).

 Б.И.Ильясов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика